+17 °С
Облачно


Ағайымдың ике ҡыҙы ла тырнағын кимереп аптыратты. Үҫмер осорона еткән балаларының был алама ғәҙәтен ташлата алмаған ата-әсә нимә генә эшләмәне! Унан ҡул һелтәне, шикелле. Бер көн ағайым ғаилә архивына тип яҡындарын йәшерен генә камераға төшөрә башланы. Бер аҙна төшөргәндән һуң, ял көнөндә күмәкләп ҡарарға ултырғандар. Ағайым үҙе лә иғтибар итмәгән, әммә ҡыҙҙары күпселек осраҡта тырнаҡ кимереп ултырғанда төшөрөлгән. Имәнес күренеш! Ошонан һуң ҡыҙҙарҙың алама ғәҙәте үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡты.
Л.