Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
7 Апреля 2022, 07:23

Шәкәрҙе кәметер өсөн

Хәл бөтәме? Ауыҙ кибәме? Бәләкәй генә яралар ҙа оҙаҡ бөтәшмәй аптыратамы? Аппетит күтәрелеп киттеме? Күҙегеҙ насар күрә башланымы?  Быларҙың барыһы ла ҡандағы глюкоза кимәленең күтәрелеп китеүенә ишара.  Ташҡабаҡ орлоғо. Бына тәү сиратта нимә ярҙам итә!

Шәкәрҙе кәметер өсөнШәкәрҙе кәметер өсөн
Шәкәрҙе кәметер өсөн

Ҡандағы шәкәрҙе кәметеү өсөн ни бары 4 ингредиент кәрәк буласаҡ. 

Хәл бөтәме? Ауыҙ кибәме? Бәләкәй генә яралар ҙа оҙаҡ бөтәшмәй аптыратамы? Аппетит күтәрелеп киттеме? Күҙегеҙ насар күрә башланымы?  Быларҙың барыһы ла ҡандағы глюкоза кимәленең күтәрелеп китеүенә ишара. 

Ташҡабаҡ орлоғо. Бына тәү сиратта нимә ярҙам итә! Был орлоҡта тимер күп, ул ҡан тамырҙарын нығыта, ҡанды яҡшырта. 

Бының өсөн 

150 гр таҙартылған ташҡабаҡ орлоғо, 

һыу, 

1/2 балғалаҡ дәрсен (корица) - тәм өсөн

4–5 финик кәрәк була. 

 

Орлоҡтарҙы һыуҙа 8 сәғәттәй ебетеп алығыҙ. Унан һыуын түгеп, орлоҡтарҙы блендерға һалығыҙ. 

Хәҙер инде 4 аш ҡалағы һыу ҡушып, яҡшылап иҙегеҙ. 

Был ҡатнашманы марля аша һөҙөгөҙ. 

Ошонда уҡ иҙелгән финик менән дәрсен ҡушығыҙ. Йәнә блендер аша үткәрегеҙ. 

Килеп сыҡҡан ташҡабаҡ һөтөн быяла банкаға ҡойоп, һыуытҡысҡа ултыртығыҙ. 

Был "һөт"тө ашарҙан алда ярты сәғәт алда 100-әр гр эсергә кәңәш ителә. 4 көн эскәндән һуң 4 көн ял итегеҙ. Аҙаҡ тағы ошолай ҡабатлағыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас