Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
7 Апреля 2022, 13:45

Халыҡ медицинаһы

Тымаулай башлағас та, һуғанды балдаҡлап турағыҙ һәм уны табандарығыҙға һалып, йылы ойоҡбаш кейегеҙ. Быны төнгөлөккә эшләргә кәрәк...

Халыҡ медицинаһыХалыҡ медицинаһы
Халыҡ медицинаһы

Халыҡ медицинаһы

Сода ярҙам итә

Сода менән дауаланыу киҙеү сирҙәрен генә түгел, хатта коронавирусты ла үлтерә, тейҙәр.

Бының өсөн кәстрүлдә һыу ҡайнатығыҙ, уға аш содаһы һалығыҙ. 1 литр һыуға өймәләм аш ҡалағы сода алына. Артабан шул ҡайнап торған содалы һыуға эйелеп, 15 минут тын алығыҙ. Башығыҙ
кипкәнсе шарф менән уранып тороғоҙ. Был ысул ауырыу яңы башланып торғанда һәйбәт. Коронавирусты профилактикалау өсөн көнөнә бер
мәртәбә (йоҡларға ятыр алдынан) тын алығыҙ.

Һарымһаҡлы һыу

Һарымһаҡлы һыу киҙеү ауырыуҙарынан һаҡлай. Ауырыған саҡта ул танауҙы асып ебәрә, тын алышты еңелләштерә. Йоҡлар алдынан эсә торған һыуҙы – иртәнсәк, ә иртәнсәк эсә торғанын ятыр алдынан әҙерләгеҙ. Өс һарымһаҡты ваҡлап турағыҙ ҙа, өҫтөнә йылы һыу ҡойоғоҙ. Көнөнә бер мәртәбә йә иртәле-кисле эсегеҙ.

Һуған

Ашаған ваҡытта 1-2 аш ҡалағы һуған һутын эсеү, һеҙҙе тымау, киҙеү кеүек ауырыуҙарҙан һаҡлар, иммунитетығыҙҙы нығытыр.

Йоҡо бүлмәһенә туралған һуғанды ултыртып ҡуйыу ҙа вирустарҙан һаҡлар. Тик был һуғанды ашарға ярамауын онотмағыҙ! Сөнки ул бер нисә сәғәт эсендә әллә күпме микробты үҙенә һурып ала.

Йүткеректе дауалау өсөн бер стакан һөттә бер баш һуғанды ҡайнатып алығыҙ. Ошо һөттө эҫе килеш, әкрен генә эсегеҙ.

Өс аш ҡалағы һуған һутын өс аш ҡалағы бал менән бутағыҙ. Был тәбиғи антибиотик булып һанала. Уны көнөнә өс мәртәбә ашар алдынан берәр сәй ҡалағы ҡулланығыҙ.

Горчичник урынына

Тымаулай башлағас та, һуғанды балдаҡлап турағыҙ һәм уны табандарығыҙға һалып, йылы ойоҡбаш кейегеҙ. Быны төнгөлөккә эшләргә кәрәк.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас