

Һорау-яуап
Йәшәртеүсе орлоҡтар
Ҡайһы бер орлоҡтарҙа йәшәртеү көсө бар, тиҙәр. Был ысынмы?
Вәсилә.
- Эйе, ҡайһы бер орлоҡтар һаулыҡ өсөн мөһим биологик матдәләргә эйә. Көндәлек ашығыҙға ике-өс төр орлоҡто индерергә кәрәк.
Ҡабаҡ
Ҡабаҡтың орлоҡтары А, С, Е витаминдарына, магний, кальций, тимер, фосфорға бай. Көнөнә 20-30 г ҡабаҡ орлоғо ашарға кәрәк. Ул ҡандағы шәкәрҙе нормаға килтерергә, тирене йәшәртергә, иммунитетты нығытырға, эс ҡатыуҙан ярҙам итәсәк. Әгәр һеҙгә һимереү хас булмаһа, көнөнә 50 г орлоҡ ашарға мөмкин. Ашҡаҙан язваһы, йыуан эсәк ауырыуҙары булған кешеләргә ҡабаҡ орлоғон ашарға ярамай.
Көнбағыш
Көнбағыш витаминдар, аминокислоталар, минералдар, аҡһымға бай. Ҡан тамырҙарына яҡшы тәьҫир итә, йыуан эсәктең, нерв системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта, тирене, сәстәрҙе матурайта. Тик уның юғары калориялы булыуын онотмағыҙ. Шуға күрә көнөнә 40-50 г көнбағыш сиртергә ярай. Тик үтендә ташы булған, гастрит, һимереү менән яфаланған кешеләргә көнбағыш ярамай.
Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.