+19 °С
Облачно


500-600 гр печенье ("Юбилейное", "Топленое молоко" кеүектәр) - 500-600 гр.
Печеньенҙ онтап, табаҡҡа һалабыҙ.
Ҡуйыртылған һөттө миксер менән туҡып, йомшартылған аҡ май һәм ҡаймаҡ ҡушабыҙ.
Был ҡатнашманы печеньеға ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Ошонда уҡ онталған сәтләүектәрҙе ҡушырға була.
Әҙер массаны тәрилкәгә ҡырмыҫҡа иләүе кеүек итеп өйөп һалабыҙ. Өҫтөнә мәк йә ҡырғыстан үткәрелгән шоколадты һибергә була.
Унан әҙер тортты һыуытҡысҡа 30-40 минутҡа ултыртып торабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлдәрегеҙ йәмле, тотҡан ураҙаларығыҙ ҡабул булһын!