+29 °С
Облачно


Ике рецептың икеһе лә шәп. Икеһенә лә аптекала һатылған 5 шешә глицерин кәрәк була. Тәүгеһендә өҫтәп уксус, икенсеһендә нашатыр спирты кәрәк була.
1. Аптекала һатылған глицериндың шешәһе тулы булмай. Уны тултырғансы уксус ҡойоғоҙ ҙа, ныҡлап һелкетеп алығыҙ.
2. Нашатыр спирты менән булған рецепта саҡ ҡына башҡасараҡ. Был юлы 1:1 (глицерин һәм спирт) пропорцияһында ҡулланығыҙ.
Был ҡатнашманы иртәле-кисле табанығыҙға, үксәгеҙгә, бармаҡтарығыҙға, ҡулығыҙға һөртөгөҙ.
Бер нисә көндән һөҙөмтә үҙен күрһәтер. Табанығыҙ алһыуланып ҡалыр, тырнаҡтарығыҙ ҙа сәләмәт төҫ алыр. Ошо уҡ ҡатнашманы терһәктәрегеҙгә лә һөртөргә була.
Һау-сәләмәт булығыҙ!