Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
3 Апреля 2022, 04:49

Ләүәштән бәлеш

#Һаҡмар_рецептар Ләүәштән эремсек һәм туңған сейәнән ошондай тәмле генә бәлеш бешереп була. Үҙе матур бит әле. 

Ләүәштән бәлешЛәүәштән бәлеш
Ләүәштән бәлеш

Ингредиенттары:

* 100 гр ләүәш

* 180 гр эремсек

* 1 йомортҡа

* 70 гр ҡаймаҡ

* 200 гр туңған сейә. 

* биҙәр өсөн кунжут. 

Йомортҡаны яҡшылап туҡып алабыҙ ҙа, икегә бүләбеҙ. Бер өлөшөн эремсеккә ҡушабыҙ, икенсеһен бәлештең өҫтөн һыларға ҡалдырабыҙ. 

Ләүәштең өҫтөрә шәкәрле, сейәле эремсекте һылап һалабыҙ ҙа рулет итеп төрәбеҙ. Унан улитка кеүек өйрөлтөп табаға һалабыҙ ҙа өҫтөнә туҡылған йомортҡаны һөртәбеҙ.Унан 180 гр тиклем  ҡыҙған духовкала 35 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Өҫтө ҡыҙарырға тейеш. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас