Һаҡмар
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
2 Апрель 2022, 12:24

Он, май, шәкәр ― ә тәмлелеге!

#Һаҡмар_рецептар Был хәлүәне ондан, аҡ майҙан һәм шәкәрҙән эшләйҙәр. 1сәғәт эсендә ошондай тәмлекәс килеп сыға. 

Он, май, шәкәр ― ә тәмлелеге!Он, май, шәкәр ― ә тәмлелеге!
Он, май, шәкәр ― ә тәмлелеге!

300 гр он; 

100 гр аҡ май (саҡ ҡына күберәк тә кәрәк булып ҡуя);

5 аш ҡалағы шәкәр.

Башта ҡоро табаға он һалып һүрән утта ҡыҙарғансы ҡыҙҙырыр кәрәк. Тик бер туҡтауһыҙ болғатып торорға тура килер. Шар һамаҡ ҡатып ҡына бара. Тигеҙ генә булып ҡыҙарғас шәкәр ҡушып болғатабыҙ. Унан аҡ май төшөрәбеҙ. 

Был хәлүә нисектер талҡанға оҡшап китә. Әҙер хәлүәне һай тәрилкәгә һалып, баҫҡылап һалыр кәрәк.  Бер аҙ ҡатҡас айырып алабыҙ ҙа формалап ҡырҡып сығабыҙ. Унан йәнә һыуытҡыста ҡатырып алабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас