Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
31 Марта 2022, 03:35

Был ваҡытта ниндәй сәскәләр ултыртырға була?

Сәселә торғаны сәселеп бөттө рассадаға, тейһегеҙме? Юҡ әле. Рассада ултыртыуы әле лә һуң түгел. Был ваҡытта ниҙәр ултыртырға һуң? Хужабикәләрҙең һорауы буйынса тәүҙә сәскә рассадаһына әйләнеп ҡайтабыҙ...

Был ваҡытта ниндәй сәскәләр ултыртырға була?Был ваҡытта ниндәй сәскәләр ултыртырға була?
Был ваҡытта ниндәй сәскәләр ултыртырға була?

Сәселә торғаны сәселеп бөттө рассадаға, тейһегеҙме? Юҡ әле. Рассада ултыртыуы әле лә һуң түгел. Был ваҡытта ниҙәр ултыртырға һуң? Хужабикәләрҙең һорауы буйынса тәүҙә сәскә рассадаһына әйләнеп ҡайтабыҙ.

Шулай итеп, был ваҡытта бер йыллыҡ астраларҙы ултыртабыҙ. Тупраҡты әҙерләгәҙ. Һәм ул мотлаҡ дымлы ғына булырға тейеш. Астраларҙың орлоғон 8 мм тәрәнлеккә ултыртабыҙ. Үҫентеләр бер аҙнанан килеп сығасаҡ.

Агератум. Дымлы тупраҡ өҫтөнә орлоҡтарҙы һибеп сығығыҙ һәм өҫтөн быяла менән ябығыҙ. Был тропик сәскә өсөн бик мөһим! Мәшәҡәт кеүек тойолһа ла, бер мәртәбә шулай үҫтереп ҡараһағыҙ, был рассаданы ултыртыуҙың иң еңел ысулы булыуын тойорһоғоҙ. Агератумдың 4 япрағы булғас, уға пикировка эшләйбеҙ.

Аквилегия. Орлоҡтарҙы дымлы тупраҡ өҫтөнә һалабыҙ һәм өҫтөнә әҙерәк кенә тупраҡ һибәбеҙ. Тулыһынса күммәйбеҙ. Бик матур сәскә!

Бер йыллыҡ георгин. Был да бик матур сәскәләр. Уның ниндәй генә төрө юҡ. Бер йыллыҡ георгинды ла апрелдең тәүге көндәрендә ултыртабыҙ. Ул 5-7 көндән килеп сығасаҡ.

Атап үтелгән сәскә орлоҡтарының барыһы ла Баймаҡта орлоҡ һатҡан сауҙа нөктәләрендә бар. Баҡсаларыбыҙ беҙҙе ҡыуандырып, шау сәскәгә күмелһен!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас