

1. Беренсе ысул:
* 1 стакан һөт
* 2 баш таҙартылған һарымһаҡ.
Һарымһаҡты һөткә һалабыҙ ҙа ҡайнатырға ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас утын кәметәбеҙ ҙә йәнә 30 минут тирәһе быҡтырабыҙ. Һарымһаҡ йомшарырға тейеш.
Һөҙөп, бүлмә температураһына тиклем (йылымыс булырға тейеш) һыуытабыҙ.
Йылы һөттө көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.
2. Икенсе ысул:
1 литр һөткә 5 баш һарымһаҡты ҡабыҡлы килеш төшөрөп, 15- 20 минут тирәһе ҡайнатабыҙ ҙа утты һүндерәбеҙ. Плитәлә ултырып һыуынһын.
Һөҙөлгән һарымһаҡлы һөттө көнөнә 2 тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ.
Бындай һарымһаҡлы һөттө 2-3 ай дауамында эсергә кәңәш ителә. Көндәрҙе төшөрөп ҡалдырмағыҙ.
Бер нисә көндән еңеләйеп ҡалғанын һиҙерһегеҙ. Йылдар үтеү менән ҡан баҫымы менән проблема ҡабаттан килеп тыуһа, был мөғжизәле төнәтмәне ҡабаттан эшләп эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!