

Сәйҙең ҡатылығы - файҙалы матдәләрҙең концентрация кимәле.
Ҡара һәм йәшел сәй нервы системаһына ҡуҙғытыусы эффект бирә, ләкин табиптар бындай эсемлектәрҙе иртәнге аш менән алыштырырға кәңәш итмәй. Был йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм ашҡаҙан-эсәк юлына зыян килтерә.
Самаһын белеп эскәндә уның яҡшы һыҙаттары ла бар:
- ағыуланған саҡта сәй эсергә кәңәш ителә;
- машинала йә берәй транспортта сайҡалып абрғанда күңел болғанһа ла сәй ярҙамға килер;
- йүкә балы, лимон киҫәге һәм ҡара борос ҡушып сәй эсһәң, йүтәлдән һәм тын юлы менән бәйле патологияларҙан ярҙам итә;
- йәшел сәйҙек ҡаты итеп бешерһәң, ул ашҡаҙандың сей яраһына ярҙам итә.
Ҡаты итеп бешерелгән ҡара сәйһеҙ бер көнөгөҙҙө лә күҙ алдына килтерә алмаһағыҙ, тимәк һеҙгә бер аҙға ҡара сәйҙән баш тартып торорға тура килер.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Сәйҙәрегеҙ шифалы булһын!