+21 °С
Дождь


- 400 гр эремсек
- 20 гр тиҙ ирей торған желатин
- 200 мл һөт
- тәмләткес (шәкәр)
- 1 ҡап ванилин.
Желатинға йылы һөт ҡойоп, болғатып, 15 минуттай ултыртып торабыҙ.
Эремсекте блендер менән иҙегеҙ. Ошонда уҡ желатинлы һөттө, тәмләткесте һәм ванилин ҡушып болғатабыҙ.
Әҙер массаны формаларға һалып, бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ултыртып торабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!