Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
26 Марта 2022, 06:53

Бал, крахмал һәм тоҙ...

#Һаҡмар_кәңәшитә Бал, крахмал һәм тоҙҙан эшләнгән был масканы ҡытайҙар уйлап сығарған. Маска бит тиреһен туҡландыра, тонын тигеҙләй һәм пигмент таптарын йәғни һипкелдәрҙе кәметә. 

Бал, крахмал һәм тоҙ...Бал, крахмал һәм тоҙ...
Бал, крахмал һәм тоҙ...

Масканы эшләү өсөн 
- 1 балғалаҡ бал (шыйыҡ булһа яҡшыраҡ)
- 1 балғалаҡ кpaxмaл
- 1 балғалаҡ тоҙ

Бал менән кpaxмaлды яҡшылап болғатабыҙ. Ул ағыраҡ төҫкә инергә тейеш. Ошонда уҡ онталған диңгеҙ тоҙон (уныһын ябай йодлы тоҙ менән алмаштырырға була) ҡушып болғатабыҙ. 

Әгәр ҙә һеҙҙең бит тирегеҙ ҡоро йә ныҡ һиҙгер булһа, маскаға 1 балғалаҡ һөт ҡушырға була.

Маска әҙер. Хәҙер инде уны биткә ҡатлап-ҡатлап һөртәбеҙ. Әҙерләп алған маска бөтөргә тейеш.

Масканы һөрткәндән һуң 25 минут үткәндән һуң йыуып төшөрөргә була. 

Әгәр ошо ваҡыт эсендә битегеҙ ныҡ ҡурышһа, әсетһә, сәнскеләгән кеүек булһа һ.б. масканы тиҙ арала йыуып төшөрөгөҙ.

Әгәр барыһы ла яҡшы булһа, был ҡытайҙар маскаһын көн аша 20 көн дауамында эшләгеҙ. 10-сы тапҡыр эшләгәндән һуң битегеҙҙең шымарып, сафланып, балҡып киткәнен тойорһоғоҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас