Файҙалы кәңәштәр
23 Марта 2022, 07:43

Онһоҙ ҙа торт бешереп була

#Һаҡмар_рецептар 1 гр да он ҡулланмайынса торт бешереп була. Ҡыҙыҡмы? Улайһа был рецепт һинең өсөн! 

Онһоҙ ҙа торт бешереп булаОнһоҙ ҙа торт бешереп була
Онһоҙ ҙа торт бешереп була

Корж:

1 бешкән банан 

2 аш ҡалағы какао

1 йомортҡа 

шәрбәтле тәмләткес 

ярты балғалаҡ разрыхлитель

Крем:

180 гр эремсек 

1 аш ҡалағы тәбиғи йогурт һәм тәменә ҡарап тәмләткес (шәкәр) 

 

Бананды сәнске менән иҙеп алабыҙ ҙа башҡа ингредиенттарҙы ҡушабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. 

Унан ҡамырҙы формаға ҡойоп, микроволновкала 3-4 минут бешереп алабыҙ. 

Хәҙер кремға сират етте. Бының өсөн эремсек менән йогрутты һәм шәкәрҙе ҡушып болғатыу ҙа етә. 

Бисквитты ике ҡатлы итеп ҡырҡабыҙ. Уртаһына крем һөртәбеҙ. Икенсе ҡатын һалабыҙ. Унан өҫтөн матурлап биҙәйбеҙ. Биҙәүес ролен шоколад, сәтләүектәр үтәй ала. 

Әҙер тортты 2 сәғәт тирәһенә һыуытҡысҡа ултыртып торабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас