+24 °С
Облачно


Был бәлешкә йәнегеҙ теләгән эслек һалырға мөмкин. Шәрбәтлеһен дә, ите-картуфын да, кәбеҫтәһен дә. Эремсек тә ярап ҡала, повидлоһы ла бик тәмле була.
Йомшарған маргаринды 3,5 стакан он менән ыуалайбыҙ. Ошонда уҡ 1 аш ҡалағы шәкәр һәм 1 балғалаҡ тоҙ өҫтәйбеҙ.
Әсерәк 1 стакан кефирға 0,5 балғалаҡ тоҙ өҫтәйбеҙ. Был кефирҙы онға ҡоябыҙ ҙа 1 йомортҡа ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
Әҙер ҡамырҙы һыуытҡысҡа 40 минутҡа ултыртып торабыҙ.
Әҙер ҡамырҙы йәйеп, үҙегеҙ теләгән эслекте һалығыҙ. Унан бәлештең өҫтөнә йомортҡа туҡып һөртәбеҙ. Әҙер бәлеште 30 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!