Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
17 Марта 2022, 06:08

Әфлисунлы бәлеш

Был әфлисунлы бәлеште хатта 1 йәшлек балаларға ла ашатырға ярай.  Бының өсөн 2 стакан он, 1 стакан шәкәр, 1 балғалаҡ сода, 1 стакан һыу, 100 мл үҫемлек майы....

Әфлисунлы бәлешӘфлисунлы бәлеш
Әфлисунлы бәлеш

Ҡамыр өсөн

  2 стакан он 

  1 стакан шәкәр 

  1 балғалаҡ сода 

  1 стакан һыу 

  100 мл үҫемлек майы 

  1 әфлисун 

 

Сиропҡа:

  1 әфлисун һуты 

  100 мл һыу 

  1/2 стакан шәкәр. 

 

Башта ҡамырҙың барлыҡ ҡоро ингридиенттарын бергә ҡушып болғатабыҙ. 

Унан һыуҙы, әфлисун һутын, май һәм цедраһын ҡушабыҙ. 

Ҡамырҙы бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа, 180 градус эҫелектәге духовкала 30-35 минут бешереп алабыҙ. 

Сироп әҙерләргә сират етте. әфлисун һутын, һыуҙы һәм шәкәрҙе бергә ҡушып яҡшылап туҡыйбыҙ ҙа, бешкән бәлешкә һеңдерәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас