

*Асыҡ төҫтәге обойҙар һәм буяуҙар бүлмәне иркенерәк итеп күрһәтә.
*Ҡараңғы төҫтәге ҡорғандар ҙа бәләкәй бүлмәләр өсөн түгел. Бындай бүлмәләргә еңел һәм асыҡ төҫтәге ҡорғандар, тюлдәр элегеҙ.
*Бәләкәй бүлмәләргә ҙур люстра ҡуйыу ҙа кәңәш ителмәй. Иң яҡшыһы – “нөктәле” (точечный) яҡтыртыу ҡоролмалары.
*Буяу өсөн щеткағыҙ үтә ҡаты булһа, уны 1 минутҡа ҡайнар уксусҡа тығып алығыҙ.
*Кафелде ҡырҡыр алдынан уны һыулап алығыҙ. Шулай иткәндә уның ярылыу ихтималлығы кәмей.
*Йыуып булған обойҙарҙы ҡояш туранан-тура төшкән бүлмәгә йәбештереү ярамай. Бындай обойҙар ҡояш нуры аҫтында һаулыҡ өсөн зарарлы матдә бүлеп сығара.
*Цемент иҙелмәһенә әҙерәк шәкәр ҡушһағыҙ, ул күпкә нығыраҡ була.
*Бетон еңелерәк тишелһен һәм саң әҙерәк булһын тиһәгеҙ, тишкән саҡта уны еүешләп тороғоҙ.
*Кафелде тишкәндә бырауҙың осо тайып китмәһен өсөн плиткаға маляр скотчын йәбештерегеҙ.
*Сөй ҡатҡанда сүкеш бармағығыҙға эләкмәһен өсөн уны кер ҡыҫтырғысы менән тоторға мөмкин.
*Паркет һәм ламинатты аш-һыу бүлмәһенең иҙәненә түшәү тәҡдим ителмәй. Уларҙың тиҙ арала сафтан сығыуы ихтимал.
*Иҫке обойҙар еңел һыҙырып алынһын тиһәгеҙ, бер биҙрә йылы һыуға 2-3 аш ҡалағы һауыт-һаба йыйыу өсөн тәғәйенләнгән шыйыҡсаны өҫтәгеҙ һәм губка йәки валик ярҙамында обойҙарҙы яҡшылап еүешләп сығығыҙ. 15-20 минуттан обойҙы һыҙыра башларға мөмкин.
*Обой йәбештергәндән һуң бүлмәләрҙе бер нисә көн елләтеү ярамай. Сөнки ныҡлап кибеп етмәгән обойҙа ҡыуыҡтар (русса – пузырьки) барлыҡҡа килеп, уларҙың ҡубып төшөүе ихтимал.
*Иҙәнегеҙ линолеум икән, уны эҫе һыу менән йыумағыҙ. Төҫө тоноҡланасаҡ ҡына.
*Маркер эҙен теш пастаһы яҡшы таҙарта. Йомшаҡ сепрәккә бер аҙ ғына пастаны һалығыҙ ҙа шуның менән маркер эҙе буйлап йөрөтөгөҙ.
*Мебелгә һағыҙ йәбешһә, көйәләнмәгәҙ. Был урынға вазелин һөртөгөҙ. Артабан йомшаҡ сепрәкте һабынлап, мебелде йыуып алығыҙ.
*Яңы мебель һатып алырға уйлаһағыҙ, уны кире ҡайтарып йөрөмәҫ өсөн бүлмәләрегеҙҙе ентекләп үлсәгеҙ.
*Ковролин, балаҫ өҫтөндә торған мебелде шылдырып ултыртһағыҙ, ауыр әйберҙәрҙең урынында эҙ ҡала. Ошо урынға боҙ һалығыҙ, ул ирегәс, саңһурҙырғыс менән, артабан теш щеткаһы менән балаҫтың йөнөн күтәрергә мөмкин.