Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
14 Марта 2022, 14:04

Шарлы үҙенсәлекле салат

#Һаҡмар_рецептар Был матур ғына салатты эшләп, яҡындарығыҙҙы һыйлағыҙ. 

Шарлы үҙенсәлекле салатШарлы үҙенсәлекле салат
Шарлы үҙенсәлекле салат

Ингредиенттар: 

- 1 стакан бешкән дөгө 

- 1 банка консервалы балыҡ 

- 3 бешкән йомортҡа 

- 3 аш ҡалағы майонез 

- бер бәйләм укроп 

- 1 бешмәгән кишер. 

Дөгөнө, балыҡты, йомортҡаның ағын, майонезды, тоҙ-боросто бергә ҡушып болғатабыҙ. 

Кишерҙе ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. 

Йомортҡаның һарыһын ҡырғыстан үткәрәбеҙ. 

Салатты киҫәктәргә бүләбеҙ һәм шар итеп әүәләйбеҙ. Яртыһын укроп менән, ҡалғандарын ҡырылған кишер менән әүәләйбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас