+21 °С
Облачно


Ҡоро йүтәл ыҙалатһа ошо ысулды ҡулланып ҡарағыҙ. Ике кәбеҫтә япрағын ҡайнар һыуҙа 1-2 минут тотоп алығыҙ һәм уға бал һөртөгөҙ. Ошо баллы япраҡтарҙы күкрәккә ябабыҙ. Әгәр йүткерек ныҡ көслө икән, арҡаға ла ябабыҙ. Өҫтөнән йылы футболка-майка кейәбеҙ һәм йоҡларға ятабыҙ. Кем төнгөлөккә эшләгеһе килмәй, иртәнсәк торғас та эшләп, өҫтөнән шәл урап йөрөргә була. Тик тышҡа сығырға ярамай!
Баллы кәбеҫтә япраҡтары мастит башланып торған имеҙгән әсәләргә лә килешә.
Сәләмәт булайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.