Файҙалы кәңәштәр
10 Марта 2022, 09:40

Тир еҫе сыҡмаһын өсөн

Тир еҫенән әсерәк еҫ юҡтыр. Был, тәү сиратта, тир еҫе сыҡҡан кешенең үҙенә ҡыйындыҡтар тыуҙыра. Бынан ҡотолоу юлы бар. Һеҙгә бик осһоҙло әйбер ярҙамға килер. 

Тир еҫе сыҡмаһын өсөнТир еҫе сыҡмаһын өсөн
Тир еҫе сыҡмаһын өсөн

Тир еҫе сыҡмаһын өсөн йыуынып һөртөнгәндән һуң бармаҡ осона аш содаһын эләктереп алып, ҡултыҡ аҫтына һөртөргә. Һөртөргә тигәс тә, ышҡырға, ыуаларға кәрәкмәй. 

* Көн дауамында тир йылға булып аҡһа ла, әсе еҫе сыҡмаҫ. Хушбуй менән әлбиттә ҡулланырға ярай. Тик тир еҫен йәшерер өсөн түгел, тәмле хуш еҫтәр аңҡып торһон өсөн генә. 

* Шулай уҡ сода аяҡ кейеменән килгән насар еҫтән дә ҡотҡара. Соданы тығыҙ сепрәм моҡсайға йә ойоҡбаш эсенә һалып, төнгөлөккә аяҡ кейеменә тығып торорға кәңәш ителә. Сода аяҡ кейемендәге бар дымды һәм еҫте тартып ала. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас