+24 °С
Облачно


Ингредиенттары:
*2-3 йоҡа ләүәш
*200 гр ветчина;
* 150 гр ҡаты сыр
* 1-2 помидор
* 2-3 аш ҡалағы майонез
* 2-3 йомортҡа
* тоҙ
* борос
* тәменә ҡарап петрушка йәки башҡа йәшелсә
* ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы.
Ветчина, сыр һәм помидорҙы турайбыҙ. Йәшелсәне лә ваҡ итеп турағыҙ.
Эслектең ингридиенттарын бергә ҡушып болғатабыҙ. Йомортҡаны туҡып, тоҙлап, борослап ҡуябыҙ.
Ләүәште ҙур булмаған шаҡмаҡтарға б-леп ҡырҡабыҙ. Һәр квадратҡа эслек һалып сығабыҙ ҙа конверттарҙы төрәбеҙ ҙә туҡылған йомортҡаға манып алабыҙ. Ҡыҙҙырылған табаға май ҡойоп, уны ике яҡлап ҡурып алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!