+9 °С
Облачно


Ингредиенттар:
Ҡамыр өсөн:
-1 стакан кефир
-2 стакан он
- тәменә ҡарап тоҙ, шәкәр.
Эслек:
-ҡырылған сыр
- йәшелсә
- бешмәгән йомортҡа.
Тысҡып-тысҡып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 40 минутҡа йылы урынға ултыртып торабыҙ.
Унан ҡамырҙы икегә бүлеп, йәйәбеҙ. Өҫтөн аҡ май менән һылап, рулет итеп төрәбеҙ. Был рулеттарҙы һыуытҡысҡа 30 минутҡа ултыртып торабыҙ.
Һыуытҡыстан алғас, киҫәкләп турайбыҙ. Һәр киҫәкте шаҡмаҡлап йәйәбеҙ. Уртаһына эслекте һалабыҙ ҙа йәбештереп, табала ике яҡлап бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!