Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
1 Марта 2022, 06:55

Ҡауаҡтан - алма һеркәһе

#Һаҡмар_кәңәшитә  Уйламағанда баш ҡауаҡлаһа, һеҙгә алма һеркәһе (уксус) ярҙамға килер. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡауаҡтан - алма һеркәһеҠауаҡтан - алма һеркәһе
Ҡауаҡтан - алма һеркәһе

Алма һеркәһе составына ингән органик кислоталар баш тиреһен таҙартып ҡына ҡалмай, ҡауағын да бөтөрә. 

Ә ҡауаҡты бәшмәк барлыҡҡа килтерә. 

Ҡауаҡтан маска 

2 аш ҡалағы алма һеркәһен 1 стакан йылы һыу һәм 2-4 аш ҡалағы ромашка йә бөтнөк ҡайнатылған һыу менән бергә ҡушып бутайбыҙ. 

Баш тиреһенә һөртөп, целлофан шапка кейергә кәрәк. 3 минут тирәһе фен менән йылытабыҙ ҙа ярты сәғәттәй йөрөп торабыҙ. 

Был ваҡыт эсендә сәс элекке хәленә ҡайта, ҡауағы кәмей төшә. 

Ҡауаҡтан бөтөнләйгә ҡотолоу өсөн был масканы 2 ай дауамында аҙнаһына 2 тапҡыр эшләргә кәңәш ителә. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина