+21 °С
Облачно


Кальцеолярия – бик матур күп йыллыҡ сәскә. Май айынан сентябргә тиклем туҡтауһыҙ сәскә ата. Япраҡтары киң, сәскәләре төрткөлө, һап-һары был үҫемлекте бер айҙан һуң һирәгәйтеп, ҙурыраҡ һауытҡа ултырталар. Апрель аҙағында ышыҡ урынға сығарып ултыртырға була. Шулай уҡ был сәскәләрҙе ҙур көршәктәрҙә лә үҫтерәләр. 10 мартҡа тиклем рассадаға ултыртыр кәрәк. Баҡсаларыбыҙ гөл-сәскәгә күмелһен!
Гүзәл Иҫәнгилдина.