+13 °С
Облачно


Сағыу, күп йыллыҡ сәскәне пан ромашкаһы тип тә йөрөтәләр. Гайлардияның орлоғо эре була. Шуға күрә уның 4-5-һен бер көршәккә ултыртабыҙ. Үҫентеләр 12-15 көндән килеп сыға. Ҡырауҙар үткәс, гайлардияны һәр саҡ үҫәсәк бер урынға һайлап ултыртығыҙ. Гайлардияны туранан-тура тупраҡҡа яҙғыһын да сәсергә була. Тик ул саҡта сәскә атыуын оҙаҡ көтөргә тура киләсәк.