Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
28 Февраля 2022, 08:15

Бөгөн - иртән сәсеп өлгөр!

Ул һыуыҡҡа, ҡырауға бирешмәүе, ҡар яуғанға тиклем сәскә атыуы менән айырыла.

Бөгөн - иртән сәсеп өлгөр!Бөгөн - иртән сәсеп өлгөр!
Бөгөн - иртән сәсеп өлгөр!

Вербена. Бик зауыҡлы бер йыллыҡ сәскәләр. Тик үҫентеләрен сығарып алыу өсөн тырышырға кәрәк булыр. Торф һәм йылға ҡомо ҡушылған тупраҡҡа ултыртығыҙ. Үҫентеләр 20 көндән һуң килеп сығасаҡ. Уларҙың һирәк-һаяҡ ҡына сығыуы күңелегеҙҙе төшөрөүе бар. Вербенаның үҙенсәлеге шунда шул. Уның ҡарауы ҡара көҙгә тиклем матур сәскәләргә ҡарап һөйөнөрһөгөҙ. Вербенаның үҫентеләре тиҙерәк үҫһен һәм бар орлоҡтары шытһын өсөн уға гуматты (инструкцияһына ҡарап) ҡойорға була. Ә инде үҫентеләр тулыһынса ҡалҡып сыҡҡас, уларға һыуҙы бик һаҡ ҡойорға кәрәк. Вербенаны майҙың икенсе яртыһында ултырталар. Ул һыуыҡҡа, ҡырауға бирешмәүе, ҡар яуғанға тиклем сәскә атыуы менән айырыла.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас