Туғаныңа һөйләргә ярамаған ҡағиҙәләр
“Нисек инде?” - тип ғәжәпләнер кемдер. Бигерәк сәйер кәңәш бирәһегеҙ, тиерһегеҙ. Был беҙҙең генә кәңәш түгел шул, оҙон ғүмер юлы үткән, тәжрибәле инәй-олатайҙар шундай кәңәш бирә. Уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу кәрәктер, моғайын. Ҡалғанын үҙегеҙ хәл итерһегеҙ. Шулай итеп, туғандарыңа нимә хаҡында һөйләргә ярамай? Бына улар:
- Күпме аҡса алыуығыҙ - кемдәр был хаҡта туғандарына һөйләй – яңылыша. Өйөгөҙҙә күпме аҡса бар – уныһын да һөйләмәү яҡшыраҡ. Аҡсағыҙҙы ҡайҙа ҡуйырға, нимә алырға, нимә алмаҫҡа хәл итеүселәр туғандар араһында ла табыласаҡ. Был бигерәк тә хәллерәк кешеләргә ҡағыла. Уларҙың тапҡан малын туғандары уртаҡ, тип һанай башлаясаҡ. Үҙегеҙ ҙә белмәй ҡалырһығыҙ, туғандарығыҙ аҡсағыҙҙы “бүлеп”, ҡайҙалыр “урынлаштырып” та бөтәсәк.
- Бурыстарығыҙҙы – был да бик үк күңелле тема түгел. Шуның өсөн дә туғандарығыҙ менән һөйләшкәндә уға ҡағылмай, урап үтеү хәйерле.
Аҡсағыҙҙы нимәгә туҙҙырыуҙы үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Үҙегеҙ эшләп тапҡан аҡсаға һеҙ хужа. Уларҙы нисек теләйһегеҙ, шулай тотонаһығыҙ. Уның өсөн бер кем алдында ла отчет бирергә кәрәкмәй. Теләһәгеҙ – тотошлайы бер магазинды һатып алығыҙ. Теләһәгеҙ – көн-төн кафеларҙа байрам итә алаһығыҙ. Һәм был хаҡта өндәшмәй ҡалыу хәйерлерәк. Ишетһәләр, шунда уҡ аҡса тота белмәүҙә ғәйепләп, кәңәштәренә күмәсәк.
- Проблемаларығыҙҙы - улар һеҙҙеке генә, туғандарығыҙға ҡағылмай. Шуға күрә уларға һөйләргә ашыҡмағыҙ. Беренсенән, нимә генә тиһәгеҙ ҙә, ғәйбәт башы туғандарҙан башланыуы ихтимал. Алдын-артын уйламайынса, уларҙың икенселәргә ысҡындырыуҙары бар. Икенсенән, туғандарығыҙ һеҙҙең проблеманы ҡабул итмәҫкә мөмкин, дөрөҫөрәге аңламаҫҡа. Был осраҡта ла тағы ла үҙегеҙҙе ғәйепле итеүҙәре бар.
- Үҙегеҙҙең нимәгәлер бәйлелекте - бер кем дә идеал түгел, һәр кемдә лә ниндәйҙер кәмселек бар. Уларҙан ҡотолорға теләйһегеҙ, әммә әлегә килеп сыҡмай. Был хаҡта ла туғандарығыҙҙың белмәүе хәйерле. Кире осраҡта, һеҙ улар алдында мәктәп уҡыусыһы һымаҡ баҫып торасаҡһығыҙ, һорауҙарына яуап бирә алмай ыҙалаясаҡһығыҙ. Әлеге лә баяғы, был серегеҙҙе белгән ҡайһы бер туғанығыҙ араларҙы өҙөргә маташыр, ҡатышмай башлауы бар.
- Перспективаларығыҙҙы - әйтәйек, етәксегеҙ һеҙҙе юғарыраҡ вазифа биреп, күберәк эш хаҡы түләйәсәге хаҡында белгертте, ти. Быны ла туғанығыҙға һөйләмәй тороуығыҙ хәйерле. Сөнки барыһының да йөҙ тапҡыр үҙгәреүе ихтимал. Был хаҡта тейешле ҡарар ҡабул ителеп, аныҡ билдәле булып, урынға ултырғас ҡына һөйләргә мөмкин.
- Нимәлер алырға теләүегеҙ - һеҙ алырға теләгән әйберҙең бөтә туғандарығыҙға ла берҙәй оҡшаясаҡ, тигәнде аңлатмай. Нимәгә ул, матур түгел, тигәнерәк һүҙҙәрҙән ҡасыр өсөн, алып ултыртҡас ҡына күрһәләр яҡшыраҡ буласаҡ.
- Ял итергә ҡайҙа барырға теләгәнегеҙ хаҡында - әгәр ҙә туғандарығыҙға әйтмәй генә, ҡайҙалыр ситкәрәк сығып, ял итергә теләйһегеҙ икән, уларға был хаҡта әйтеп тормаһағыҙ ҙа була. Һис юғы, ниндәйҙер эш буйынса барам, тип әйтергә лә мөмкин. Кире осраҡта, һеҙҙе аҡса туҙҙырыуҙа ғәйепләйәсәктәр.
- Эшегеҙҙе алмаштырырға теләүегеҙҙе - эш урынын алмаштырырға, яңы ергә китергә йыйыныуығыҙ хаҡында шунда уҡ бөтә туғандарға ла һөйләргә ашыҡмағыҙ. Кемдер һеҙҙән алда һеҙҙең өсөн борсола башлаясаҡ. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ кәңәштәр яуасаҡ. Етди аҙым яһарға йыйынғанда уларҙың береһе лә кәрәкмәҫ.
- Киләсәккә пландарығыҙ - бөтәбеҙ ҙә ниндәй ҙә булһа пландар ҡороп йәшәйбеҙ. Улар хаҡында бөтә кеше белмәһә лә ярай. Маҡсатығыҙға әкрен генә, тыныс ҡына барығыҙ, тирә яҡта шау-шыу ҡуптармағыҙ, иғтибар йәлеп итмәгеҙ. Шул осраҡта һеҙ теләгегеҙгә тиҙерәк өлгәшерһегеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА тәржемәһе.
Фото интернеттан алынды.