Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
25 Февраля 2022, 07:19

Шоколадлы хәлүә

#Һаҡмар_рецептар  Был хәлүәлә көнбағыш та, арахис та, бал да, хатта шоколады ла бар. Хәйер, рецептҡа күҙ һалайыҡ. * 200 гр ҡыҙҙырылған көнбағыш  * 100 гр арахис * 60 гр Тулыраҡ текст сайтта. 

Шоколадлы хәлүәШоколадлы хәлүә
Шоколадлы хәлүә

* 200 гр ҡыҙҙырылған көнбағыш 

* 100 гр арахис

* 60 гр тирәһе бал 

* 1-2 аш ҡалағы һыу (кәрәк булғансы) 

* 150 гр тирәһе шоколад 

 

Көнбағыш менән арахистың яртыһын блендер аша үткәрәбеҙ. 

Табаҡҡа һалып, ҡалған, онталмаған арахисты өҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап бутайбыҙ. 

Ошонда уҡ бал ҡушып болғатабыҙ. Ҡуйы йәбешкәк масса килеп сығырға тейеш. Шуға ла бер аҙ һыу ҡушып ебәрергә лә була. 

Әҙер булған массаны үҙегеҙҙә булған формаға тултырып, ныҡ итеп баҫтырабыҙ. 

Һыуытҡысҡа кәм тигәндә 1 сәғәткә ултыртып торабыҙ. 

Унан алып, шаҡмаҡлап ҡырҡылайбыҙ. Ҡырҡылған киҫәктәрҙе иретелгән шоколадҡа манып алабыҙ. Йәнә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ. Шоколад ҡатырға тейеш. 

Шоколадлы хәлүә әҙер. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас