Файҙалы кәңәштәр
24 Февраля 2022, 14:22

Файҙалы кәңәштәр

#Һаҡмар_кәңәшитә * Сөйҙөң осон үҫемлек майына манып алһаң, ҡатыуы еңелерәк була. * Һөт менән иҙелгән алебастр ҡатмай оҙағыраҡ тора. Был иҙмә менән стеналағы ярыҡтарҙы эшкәртергә була. * Көҙгөнө спирт йә одекалонға манып алынған мамыҡ менән һөртһәң, тиҙерәк таҙара. * Ҡарараҡ төҫтәге мебелде антистатик эффекты булған салфетка менән һөртһәң,

Файҙалы кәңәштәрФайҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

Файҙалы кәңәштәр

* Бармағығыҙҙы ҡырҡып та, ҡул аҫтығыҙҙа уны эшкәртә торған бер нәмә лә булмаһа, ҡанды туҡтатыу өсөн яраға шәкәр ҡомо һалығыҙ. Ҡан яранан ағыуынан туҡтар.

* Ремонттан һуң майлы буяҡ еҫе бөтһөн өсөн бер нисә урынға тәрилкәгә тоҙ һалып ултыртығыҙ.

* Автомобиль тәҙрәһе тирләмәһен өсөн дымлы тоҙға уралған марля менән һөртөгөҙ.

* Йәшелсә бешкән һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Һыуынғас уны гөлгә ҡойоғоҙ.

* Плитәгеҙ тутыҡҡан булһа, үҙемлек майын эҫетеп ышҡығыҙ.

* Яңы ашъяулыҡ һатып алғас, өҫтөн уксус һәм һөт (1:1) иҙмәһе менән һөртөп алығыҙ. Үҙенән-үҙе ярылып ятмаҫ.

* Аш-һыу бүлмәһендә ауыр еҫ торһа, кипкән әфлисун йә лимон ҡабығын яндырығыҙ.

* Ваннала, раковинала барлыҡҡа килгән тутты водород перикисы һәм нашатыр спирты иҙмәһе йә тоҙ һалынған эҫе уксус менән ышҡып бөтөрөргә була.

* Сөйҙөң осон үҫемлек майына манып алһаң, ҡатыуы еңелерәк була.

* Һөт менән иҙелгән алебастр ҡатмай оҙағыраҡ тора. Был иҙмә менән стеналағы ярыҡтарҙы эшкәртергә була.

* Көҙгөнө спирт йә одекалонға манып алынған мамыҡ менән һөртһәң, тиҙерәк таҙара.

* Ҡарараҡ төҫтәге мебелде антистатик эффекты булған салфетка менән һөртһәң, саң ултыра һалмай.

* Тәҙрәне һабын менән йыуһаң, юлаҡтар тороп ҡала.

* Һаламдан эшләнгән һауыт һабаны тоҙло һыуға тығып алынған щетка менән таҙартһаң, алтын-һары булған төҫөнә ҡайта.

* Балаҫтың сағыу төҫөн ҡайтарыр өсөн кистән өҫтөнә тоҙ һибеп, иртән дымлы сепрәк менән һөртөп алырға була.

* Паркет иҙәнде глицеринлы һыуға (1 стакан һыуға 1 аш ҡалағы глицерин) манып алынған дымлы сепрәк менән һөртөп сыҡһаң, ялтырап китер.

* Бысаҡ һәм ҡайсыны тоҙло һыуға ярты сәғәттәй һалып торһаң, тиҙерәк үткерләнә.

* Аҙаҡ картуфты үткәрһәң, ит турағысты йыуыуы еңелерәк була.

* Петрушка сәйнәһәң, ауыҙҙан һарымһаҡ еҫе юғала.

* Аметист, топаз, ынйы, фирүзә ташынан эшләнгән биҙәнеү әйберенең төҫө уңмаһын өсөн ҡараңғыла һаҡла.

* Алтын ялатылған әйберҙәрҙе одекалон, скипидар йәки йомортҡа ағына манып алынған мамыҡ менән таҙартыла.

* Йөн әйберҙәр һуҙылмаһын өсөн киптерер алдынан йөнтәҫ таҫтамалға төрөп һығып, горизонталь рәүештә киптерелә.

* Кейем шкафында ауыр еҫ барлыҡҡа килмәһен өсөн унда ҡоро духи, саше йә еҫле һабын һалып ҡуйығыҙ.

* Обойҙағы майлы тапты таҙа бензинға манып алынған бер-нисә ҡат сепрәк менән бөтөрөп була.

*

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас