

* 1 аш ҡалағы һуған һутын ҡырғыстан үткәреп, һутын һығып алабыҙ.
* 1 аш ҡалағы бал
* 1 йомортҡа һарыһы
* 1-2 аш ҡалағы дегәнәк майы (pепейное мaсло) (был майҙың күләмен күҙгә ҡарап алабыҙ).
Маска шыйығыраҡ килеп сығырға тейеш. Сәс тамырына һөртөп, ҡалғанын сәсте тарап, сәс оҙонлоғона таратабыҙ. Сәстең осона өҫтәп һөртөргә онотмағыҙ.
Хәҙер инде башты йылы тотор өсөн махсус шапка кейеп, таҫтамал манән уратып ҡуябыҙ. Ошолай 1 сәғәттәй йөрөйбөҙ. Унан шампунь менән йыуып төшөрәбеҙ.
Был масканы башта аҙнаһына ике тапҡыр эшләргә кәңәш ителә. Унан 2 аҙна үткәс, аҙнаһына 1 тапҡыр эшләргә кәрәк. Бындай дауаланыу курсы 2 аҙна дауам итергә тейеш.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Сәсегеҙ ҡояшта йылҡылдап, күҙҙең яуын алып торһон!