Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
19 Февраля 2022, 09:55

Ябай ғына печенье

#Һаҡмар_рецептар Ябай ҙа, тәмле лә, тиҙ ҙә бешә торған печеньеларҙы ял көнө рәхәтләнеп бешереп була. 

Ябай ғына печеньеЯбай ғына печенье
Ябай ғына печенье

Ингредиенттар:

- 150 гр аҡ май

- 3 йомортҡа 

- 3/4 стакан шәкәр 

- 1/2 лимон (һут һәм цедр)

- 1,5 он 

 

Йомортҡаны туҡыйбыҙ. Май менән шәкәрҙе ағарғансы ыуалайбыҙ. 

Лимон цедраһын ҡырғыс менән ҡырып алабыҙ. Майға туҡылған йомортҡаны, лимон һутын, цедраһын, ондо ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. 

Табаға махсус ҡағыҙ һалып, майлайбыҙ. Ҡамырҙы 0,5 см ҡалынлыҡта йәйеп, табаға һалабыҙ ҙа 180 С эҫелектәге духовкала 7 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Унан әле бешеп бөтмәгән ҡамырҙы шаҡмаҡлап ҡырҡып сығабыҙ. Йәнә духовкаға оҙатабыҙ ҙа 7-10 минуттай бешерәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас