Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
19 Февраля 2022, 11:20

"Шоколадлы мандарин" десерты

#Һаҡмар_рецептар  Ял көнөгөҙҙә ҡунаҡ саҡырырға уйлаһағыҙ, был десертты мотлаҡ эшләгеҙ. Үкенмәҫһегеҙ! Тәмле лә, тиҙ ҙә, матур ҙа.  Десерт өсөн ни бары шоколад та, мандарин ғына кәрәк...

"Шоколадлы мандарин" десерты"Шоколадлы мандарин" десерты
"Шоколадлы мандарин" десерты

- 6 мандарин (әсе булмағаны) 

- 200 мл шәрбәт ҡушылмаған йогурт 

- 150 гр аҡ шоколад 

- 120 мл ҡуйы һөт өҫтө (ауыл ҡаймағы) 

- гарнир өсөн ҡара шоколад. 

 

Шоколадты киҫәктәргә бүлгеләп, ҡаймаҡ менән бутайбыҙ ҙа һыу боҫонда иретәбеҙ. Шоколад иреп бөтөү менән кәтрүлдән алып, яҡшылап болғатабыҙ. Ошонда уҡ йогурт ҡушабыҙ. Йәнә болғатабыҙ. 

Мандаринды таҙартабыҙ, аҡ ҡабыҡтарын, төшөн таҙартабыҙ ҙа киҫәктәргә бүлеп һалабыҙ. 

Матур һауыттарға мандарин киҫәктәрен һалып сығабыҙ. Өҫтөнә крем ҡоябыҙ. Йәнә мандарин һалабыҙ, унан крем ҡоябыҙ. 

Әҙер десертты һыуытҡысҡа 30-60 минутҡа ултыртып торабыҙ. Табынға бирер алдынан өҫтөнә ҡара шоколадты эре ҡырғыстан үткәреп һибәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, күңелегеҙ көр булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас