Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
18 Февраля 2022, 04:30

Ни өсөн уны иртәнсәк ашарға кәрәк?

Был ғәҙәт күп ауырыуҙарҙы иҫкәртергә ярҙам итер

Финиктарҙың файҙаһын мосолмандар элек-электән белгән. Ә ни өсөн табиптар уны ас ҡарынға, иртәнсәк ашарға ҡуша?

Финиктарҙа организм өсөн бар кәрәкле матдәләр бар. Ул яман шештәрҙе профилактикалай. Ас ҡарынға йылы һыу йә лимонлы йәки һөтлө сәй менән финик ашау ашҡаҙанды һәм эсәктәрҙе эшләтеп ебәрәсәк. Әгәр ауырып йөрөһәгеҙ иртәнге көнөгөҙҙө финик ашауҙан башлағыҙ, хәл ингәнен тойорһоғоҙ. Финиктар организмға бар кәрәкле витаминдарҙы биреүе менән дә файҙалы. Ул шулай уҡ кешене оҙайлы ваҡыт туҡ тота. Ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән яфаланыусыларға финиктар айырыуса файҙалы. 

Шәкәр ауырыуы булғандарға финиктарҙы табип менән кәңәшләшкәндән һуң ҡулланырға кәрәк. 

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Ни өсөн уны иртәнсәк ашарға кәрәк?
Ни өсөн уны иртәнсәк ашарға кәрәк?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас