

Февраль-мартта ҡыҙҙыра башлаған ҡояш нурҙары ҡарҙың яҡтыһында тағы көсәйеп ағасты “бешерә” башлай. Ҡояш һуғыуы ла ағастарға бик насар тәьҫир итә. Олондарҙы һыуыҡтан ярылыуҙы һәм “бешеү”ҙән уларҙы аҡлау ҡотҡара. Ғәҙәттә, баҡсасылар был эште көҙгөһөн үк башҡарып ҡуя. Әгәр һеҙ быны эшләмәгән булһағыҙ, февралдә, үтә һыуыҡ булмаған көндө, ағастарҙы аҡлап сығығыҙ.
Ҡыуаҡтарҙы “бешеү”ҙән һаҡлау өсөн тулыһынса ҡар менән ҡапларға кәрәк. Тик ҡар ҡоро һәм көпшәк булырға тейеш. Еүеш ҡарҙы үҫемлектәр өҫтөнә ырғытыу тик зыян ғына килтерәсәк.
Көслө ҡар яуғандан һуң ағастарҙың ботаҡтары һына башлай. Бигерәк тә еүеш ҡар яуһа. Бындай осраҡта ағастарҙың ботағына ипләп кенә таяҡ менән һуғып ҡарҙы төшөрөгөҙ. Тотош ағасты тотоп һелкетмәгеҙ, сөнки ҡышҡыһын ботаҡтар тиҙ генә һынып барыусан була.
Гүзәл Иҫәнгилдина.