Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
16 Февраля 2022, 16:17

Кетерләп торган торбалап

#Һаҡмар_рецептар Бик еңел рецепт. Еңел дә, тәмле лә. Мммм.. Ауыҙҙан һыуҙар ҡойолдомо?

Добавить в предпочтительные источники Google
Кетерләп торган торбалапКетерләп торган торбалап
Кетерләп торган торбалап

Был тәмлекәсте бешерер өсөн 1 стакан йылы һыу, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы, семтем тоҙ, еткәнсе он (ҡамыр ҡулға йәбешмәҫлек булһын). 

Эслек өсөн ярым ыҫланған колбасаны һаламлап турайбыҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Теләк булғанда туралған укроп ҡушырға була. 

Ҡамырҙы яҡшылап баҫабыҙ ҙа 30 шар әүәләйбеҙ. Был "шарҙарҙы" йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ ҙә 1 аш ҡалағыҙ эслекте бер яҡ ситенә һалып, торба итеп төрәбеҙ. 

Табаға теҙеп һалып, өҫтөнә туҡылған йомортҡаны һөртәбеҙ. Өҫтө ҡыҙарып сыҡҡансы бешерәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина