Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
14 Февраля 2022, 14:33

Бәй, иҙәнегеҙ шығырлаймы ни?

Был осраҡта һеҙгә крахмал ярҙамға киләсәк. Иҙән ярығына күп кенә итеп крахмал һибегеҙ һәм ул һеҙҙе борсоуҙан туҡтар. Крахмал тағы ла ниндәй осраҡта һеҙгә ярҙамға киләсәк? Тулыраҡ:

Крахмалдың файҙаһы тураһында беләһегеҙме? Баҡтиһәң, ул ниндәй генә осраҡта ҡулланылмай икән.

Крахмал сит еҫтәрҙе үҙенә тиҙ һеңдереп ала. Эсе еҫләнгән аяҡ кейеменең онторағына кистән бер аш ҡалағы крахмал һибеп ҡалдырығыҙ әле. Иртәнсәк һөҙөмтәһе ҡыуандырыр.

Крахмалдан бынамын тигән спрей ҙа яһап була икән! 1 стакан һыуға 1 аш ҡалағы крахмал һалып бутағыҙ ҙа, пульверизаторға ҡойоп, кәрәккән һайын ҡулланығыҙ. Күлдәк яғаларын, эшләпә ситтәрен, селтәрҙе әйберҙәрҙе таҙарта.

Китап биттәре майланып, бысранып китһә лә ҡулығыҙға крахмал алығыҙ. Бысранған биттәрҙе асып, ваҡ иләктән крахмал һиптерегеҙ һәм бер аҙ ваҡытҡа шулай ҡалдырығыҙ. Китабығыҙ ҡыуанып, “рәхмәт” әйтер.

Тәҙрә йыуырға яратмайһығыҙмы? Был осраҡта ла һеҙгә крахмал ярҙамға килер. Унһыҙ был эшкә тотонмағыҙ ҙа. Тәҙрә йыуа торған һыуға бер аҙ крахмал өҫтәгеҙ. Был осраҡта бысраҡ тиҙ йыуыласаҡ.

Ҡунаҡтарығуҙҙы оҙатҡас, балаҫта майлы таптар ҡалдымы? Ул сағында тиҙ генә өҫтөнә крахмал һибә һалығыҙ. Бер-ике сәғәттән һуң крахмалды саң һурҙырғыс менән таҙартып алығыҙ, балаҫығыҙ балҡып китер! Тиҙ бөтмәй торған таптар өҫтөнә 1:1 күләмендә бензин менән крахмал ҡатнашмаһы ҡушып ышҡығыҙ.

Балаларығыҙҙың йыуырға ярамай торған йомшаҡ уйынсығы ла бысрандымы ни? Уларҙы бер һауытҡа, тоҡҡа һалып эсенә бер аҙ крахмал һалығыҙ. Һуңынан уны һелкетеп-һелкетеп алығыҙ. Шул килеш бер нисә сәғәткә ҡалдырып та тороғоҙ. Һуңынан уйынсыҡтарҙы алып, щетка менән таҙартып алығыҙ.

Бәй, иҙәнегеҙ ҙә шығырлаймы? Бында ла крахмал ярҙамға киләсәк. Борсолмағыҙ, иҙән ярығына күп кенә итеп крахмал һибергә кәрәк.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас