

* 1 аш ҡалағы ҡәһеүәнең ҡуйыһына 5 тамсы глицирин ҡушып болғат. Килеп сыҡҡан иҙмә менән күн әйберҙәрҙе эшкәрт. Улар яңырып ҡалғандай булыр, ялтырап китер.
* Аш-һыу бүлмәһендәге раковина тығылһа, ҡыйбатлы шыйыҡсаларҙы һатып алырға ашыҡма! Башта канализация торбаһына күп итеп сода һал, унан бер шешә уксусты ҡой. Хәҙер инде раковинаны матурлап йыуырға ғына ҡалды.
* Блендерҙы ҡулланғандан һуң йыуыуы мәшәҡәт тойола. Әммә ул күпкә еңелерәк. Бының өсөн һауытҡа һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡсаны тамыҙып, һыу ҡой. Унан блендерҙы эшләтеп кенә алыу ҙа етә.
* Компот ҡайнатыу өсөн әҙерпләнгән махсус ҡатнашманы тоҙға һалып йыуылған сепрәк тоҡсайҙарҙа һаҡларға була. Ошолай иткәндә уға бөжәктәр ҙә эйәләмәҫ, ул-был еҫте лә һеңдермәҫ.
* Таҙартылған һарымһаҡ артып ҡалһа, уны үҫемлек майында һаҡла. Май һарымһаҡ тәмен алыр, аш-һыу әҙерләгәндә ҡулланырға була. Ә һарымһаҡ йомшармаҫ, ҡаты килеш һаҡланыр.