Һаҡмар
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
13 Февраля 2022, 07:25

Духовкаһыҙ бешкән торт

#Һаҡмар_рецептар Тиҙ генә, духовканы ҡыҙҙырмай ғына торт бешереп була. Бының өсөн...

Духовкаһыҙ бешкән тортДуховкаһыҙ бешкән торт
Духовкаһыҙ бешкән торт

1 йомортҡа, 1 банка ҡуйыртылған һөт, он, разрыхлитель  ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. 

Әҙер ҡамырҙы бер нисә өлөшкә бүләбеҙ ҙә һәр ҡайһыһын йәйеп, ҡоро табала ике яҡлап бешереп алабыҙ. Уны тигеҙләп өҫтөнә тәрилкә һалып, түңәрәкләп ҡырҡып сығабыҙ.  

Кремды ҡуйы ҡаймаҡҡа сгущенка өҫтәп яһайбыҙ. 

Хәҙер инде корж әҙер, крем дә бар. Тортты ҡатлап йыйырға ғына ҡалды. 

Әҙер тортты ҡалған онтаҡтар менән биҙәйбеҙ ҙә, һыуытҡысҡа ултыртып торабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас