Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
12 Февраль 2022, 04:05

Ошо ваҡытта сәсеп ҡалығыҙ

Был эре петунияларға ҡағыла

Эре, төрлө төҫтә булып үҫкән петунияларға һәр кем ҡыҙыға. Махровый төрҙәрҙең үҫентеләре каприз булыуы менән дә айырыла. Уларҙы матур итеп үҫтереп алыу өсөн торф таблеткаларын ҡулланығыҙ. Бер нисә торф таблеткаһын пластик һауытҡа ҡуйығыҙ һәм һыу ҡойоғоҙ. Тиҙҙән таблеткалар ҡабарып, ҙурайып килеп сығыр. Артабан уларҙың һәр береһенә берәр бөртөк петуния орлоғон һалығыҙ. Орлоҡто зубочистканы һыулап алып, шуның менән эләктереп, сәсергә була. Был бик уңайлы. Артабан сәскә сәселгән һауытты полиэтилен моҡсай менән ҡаплап ҡуябыҙ. Үҫентеләр шытып сыҡҡас, моҡсайҙы алабыҙ. Баҡсаларыбыҙҙа сәскәләр шаулап үҫһен!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Ошо ваҡытта сәсеп ҡалығыҙ
Ошо ваҡытта сәсеп ҡалығыҙ
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас