Файҙалы кәңәштәр
12 Февраля 2022, 08:49

Хот-дог өсөн булочкалар

#Һаҡмар_рецептар  Әгәр балаларығыҙ хот-дог тип теңкәгеҙҙе ҡоротһа, уны үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ. Бының өсөн...

Добавить в предпочтительные источники Google
Хот-дог өсөн булочкаларХот-дог өсөн булочкалар
Хот-дог өсөн булочкалар

Ҡамыр өсөн 1,25 стакан һөт, 4 стакан он, 1 йомортҡа, 6 аш ҡалағы йомшарған аҡ май, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы картуф крахмалы, 2 балғалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ тиҙ ирей торған әсетке, ярты стакан эркет һыуы кәрәк була. 

Барлыҡ ингредиенттарҙы (эркет һыуынан башҡа) бергә ҡушып болғатабыҙ. Ҡамырҙы оҙаҡ итеп баҫыр кәрәк. 15 минут тирәһе. Ҡамыр ҡулға йәбешмәҫкә тейеш. 

Ҡамырҙың өҫтөн таҫтамал менән ҡаплап, 1-2 сәғәткә йылы урынға ултыртып торабыҙ. Ул ҡабарып сығырға тейеш. 

Ҡабарып сыҡҡан ҡамырҙы 3-кә бүләбеҙ. Һәр бүленгән өлөштө йәнә 5-кә бүләбеҙ. Һәр булочканың өҫтөнә бармаҡ менән баҫҡылап сығабыҙ. Йәйеп рулет кеүек төрәбеҙ ҙә, йәбештерелгән яғын аҫҡа ҡалдырып, табаға теҙеп сығабыҙ. 

Булочкаларҙы бер-береһенән алыҫҡараҡ һалыр кәрәк. Йылы урында 30 минут тирәһе ултырып торһон. 

Унан эркет һыуын өҫтөнә һылап сығабыҙ ҙа 190 градус эҫелектәге духовкаға ултыртабыҙ. 18-25 минутта ул бешеп сығырға тейеш. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина