Файҙалы кәңәштәр
8 Февраля 2022, 06:25

Һәр кем эшләй ала

Буҙаны әҙерләүҙең төрлө юлдары бар. Шуларҙың береһен ҡарап үтәйек. 

Һәр кем эшләй алаҺәр кем эшләй ала
Һәр кем эшләй ала

Буҙаны һәр кем эшләй аламы? Ҡыйынмы ул? Өйрәнергә ине. Ошондай һорауҙарға яуап биреү өсөн иң еңел булып һаналған рецептҡа туҡталайыҡ. Шулай итеп,  геркулес ярмаһы - 4 стакан, талҡан - 2 стакан, аҡ май- 5-6 ҡалаҡ, әҙ генә туң май кәрәк буласаҡ. Иң тәүҙә духовкала геркулесты ҡыҙҙырып алабыҙ. Шунан блендер, йә иһә ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Аҡ майҙы, иретелгән туңмайҙы ҡушып бутайбыҙ. Магазинда һатылған йә үҙегеҙ эшләгән талҡан онон һалҡын һыуға һалып болғатабыҙ ҙа утта бешерәбеҙ. Ҡайнап сыҡҡас өҫтөнә ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ. Был масса ҡуйы ғына кеҫәл кеүек килеп сыға. Артабан майлы геркулес оно менән талҡан кеҫәлен бергә ҡушабыҙ, өҫтөнә 3 литр самаһы ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа яҡшылап бутайбыҙ. Унан ҡалын сепрәк менән урап йылы урынға ҡуябыҙ.  Бер тәүлек торорға тейеш.. Бер тәүлектән һуң ул тағы ла ҡуйыра, тағы ла шыйыҡлап ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ, тик үтә лә шыйыҡлап ташламағыҙ. Иләк аша ошо массаны һөҙәбеҙ ҙә, йылы урынға ҡуябыҙ. 1-2 тәүлектән ул ҡабарып сыға, әҙ генә шәкәр өҫтәйбеҙ. Әҙер буҙаны һалҡын урында һаҡлайбыҙ. Әсеп китһә шәкәр ҡушып тағы ҡабартып алабыҙ.

Бер эшләп өйрәнһәң, буҙаны тиҙ генә яһап ала башлайһың. Был бик файҙалы эсемлек, бар эсе органдарҙы таҙартыу көсөнә эйә. 

Һәр кем эшләй ала
Һәр кем эшләй ала
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас