

Ҡамыр өсөн 290 гр он, 320 гр ҡуйыртылған һөт, 200 гр аҡ май, 60 гр шәкәр, 3 йомортҡа, 2 балғалаҡ разрыхлитель алына.
Кремға 500 гр ҡаймаҡ менән 200 гр шәкәр кәрәк.
Йомортҡа менән шәкәрҙе ағарғансы туҡыйбыҙ. Унан ҡуйыртылған һөт өҫтәйбеҙ. Ошонда уҡ иретеп бүлмә температураһына тиклем һыуытылған аҡ майҙы ҡоябыҙ. Ондо разрыхлитель ҡушып иләйбеҙ. Барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ.
Әҙер ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш.
Противенға пергамент түшәйбеҙ. Унан әҙер ҡамырҙы ҡоябыҙ. Силикон таяҡ менән тигеҙләп сығабыҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 20-25 минут минут бешерәбеҙ.
Бешкән бисквитты йылы килеш ҙур булмаған стакан менән ҡырҡҡылап сығабыҙ ҙа һыуынғанын көтәбеҙ.
Кремды әҙерләү өсөн шәкәр менән ҡаймаҡты бергә ҡушып бутайбыҙ ҙа бер нисә минуттай ултыртып торабыҙ. Ошо ваҡытта шәкәре ирергә тейеш. Коржтың ҡалғандарын ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Ике түңәрәкте ҡаймаҡҡа тығып алабыҙ ҙа бер-береһе менән ҡатлайбыҙ. Бер аҙ ҡыҫып тотоп торабыҙ һәм онтаҡҡа әүәләйбеҙ.
Әҙер пирожныйҙы һыуытҡысҡа 30 минутҡа ултыртып торабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!