Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
6 Февраля 2022, 18:02

Көн буйы хәлһеҙлек йөҙәтәме?

#Һаҡмар_кәңәшитә Көн буйы хәл бөтөп, баш ауыртып йөҙәтәме? Етмәһә тырнаҡтар ҡатланып айырыламы?  Тимәк һиңә D витамины етмәй.  Витаминдар тураһында сайтта...

Көн буйы хәлһеҙлек йөҙәтәме?Көн буйы хәлһеҙлек йөҙәтәме?
Көн буйы хәлһеҙлек йөҙәтәме?
* Һыуыҡ көндәр етеү менән кинәт кенә ярһып китәһең, иғтибарың тарҡала, күҙ төбөң күгәреп торһа, тимәк һиңә B1 витамины етмәй.
 
*Әгәр инде иренең ағарып, ирен мөйөштәре ярылһа, B2 витамины етмәүгә ишара.
*Хәлһеҙлек йөҙәтһә, төндә насар йоҡлай башлаһаң, тырнаҡтарың ҡатланып айырылһа, В3 витаминын ҡабул итергә ваҡыт еткән. 
*А витамины етмәһә, тире ярыла, ә тырнаҡтарҙа аҡ һыҙыҡтар килеп сыға. 
*Ҡояш нурҙары кәмеү менән беҙгә С витамины етмәй башлай. Һөҙөмтәлә тиҙ генә арыта башлай, тире кибә, иммунитет насарая. 
*Тырнаҡ ҡатланып айырылһа, күҙгә йоҡо эленмәһә, аппетит насарайһа, D витаминын ҡабул ит. 
*Сәсең дә, тырнағың тиҙ генә һынып барһа, көҙгөгә ҡарап, төҫөм юғалған, тип уйлаһаң, битеңдә пигмент таптарын күрһәң, Е витамины ярҙамға килер. 
 
Һау-сәләмәт бул! Иртән яҡшы кәйеф менән уян! 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас