Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
5 Февраля 2022, 10:00

Ҡыҙыл бәрхәт

#Һаҡмар_рецептар "Ҡыҙыл бәрхәт"те каптейка кеүек итеп эшләргә лә була, порцияһын арттырып, торт итергә лә мөмкин. Рецепты уҡып та, видеонан ҡарап өйрәнер өсөн сайтҡа үтегеҙ.   

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙыл бәрхәтҠыҙыл бәрхәт
Ҡыҙыл бәрхәт

1 кекс өсөн 1 йомортҡа, 30 гр дөгө оно (бойҙайҙыҡы ла ярап ҡала), 50 мл һөт, 1 аш ҡалағы какао, 1/2 балғалаҡ разрыхлитель, 3-4 гр ванилин, 1 балғалаҡ үҫемлек майы, ҡыҙыл төҫтәге аҙыҡ буяғысы кәрәк була. 

Крем өсөн 50 гр эремсекле сыр, 100 гр йомшаҡ эремсек, тәменә ҡарап шәкәр алына. 

Кексы бешерер алдынан бар ингридиенттарҙы ҡушып болғатабыҙ ҙа стаканға һалып, микроволновкаға оҙатабыҙ.

Әҙер бисквитты ⁣2-3 өлөшкә ҡырҡабыҙ ҙа, һөт һеңдереп сығабыҙ. 

Һәр туңәрәктең өҫтөнә крем һөртәбеҙ. Ҡатлап һалабыҙ ҙа, бер- ике сәғәт ултыртып торабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина