Файҙалы кәңәштәр
3 Февраля 2022, 15:28

Моцарелла

#Һаҡмар_рецептар Моцарелланы эшләү әллә ни ауыр түгел. Ә бына уның тәме... Мммм... Тәмле!  

МоцареллаМоцарелла
Моцарелла

Был тәмле 2 порция сырҙы бешереү өсөн 1 л һөт, 125 гр тәбиғи йогурт, 1,5 балғалаҡ тоҙ (саҡ ҡына күберәк тә мөмкин), 1 аш ҡалағы 25% уксус эссенциаһы кәрәк була. 

Һөткә тоҙ һалып эҫетергә ултыртабыҙ. Тик ҡайнап сығырға тейеш түгел. Йогурт өҫтәйбеҙ, яҡшылап болғатабыҙ. Һөт эремекләнергә тейеш. Уксус өҫтәпйәнә яҡшылап болғатабыҙ ҙа плитәнән алабыҙ.

Дуршлагка таҙа марляны 4 ҡатлап һалабыҙ ҙа, өҫтөнә эрегән һөттө ҡоябыҙ. Эркет һыуын түгергә ашыҡма! 

Килеп сыҡҡан массанан шариктар эшләйбеҙ ҙә эркет һыуына һалып сығабыҙ. Өҫтөнә таҫтамал ҡаплап, һыуынғанын көтәбеҙ. 

Һауыттағы сырҙы эркет һыуынан алмайынса 24 сә ғаилә һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.  

Әҙер моцарелланы һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас