+24 °С
Облачно


Рецепт:
20 тамсы прополисты ярты стакан эҫе һөткә тамыҙ. Әгәр инде һөт менән "дуҫ" булмаһаң, стакандың дүрттән бер өлөшөн, бик тә булмаһа 1 аш ҡалағы ғына алырға була.
Прополис менән һөттөң ҡушылмаһы һыуыҡ тейгәндә йә үпкә ауырыуҙарына ғына килешеп ҡалмай, ул шулай уҡ иммунитетты нығыта, йоҡоно татлыраҡ итә, психологик торошто яҡшырта.
Был дауаны йоҡлар алдынан эсергә кәңәш ителә. Йыуынып, тештәреңде таҙартып, төнгө йоҡоға һҙерләнеп бөткәс кенә эс тә йылы юрған аҫтына сум.
Хәйерле төн! Татлы төштәр күр!