Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
1 Февраля 2022, 09:08

Юғары ҡан баҫымынан халыҡ рецебы

#Һаҡмар_дауалай Гипертониянан булған был халыҡ рецебы невроздан, аритмиянан да ярҙам итә. Шулай уҡ мейелә ҡан әйләнешен яҡшырта. Тартышыуға ҡаршы, ҡан тамырҙарында торғонлоҡ, тахикардия булғанда был дауаны ҡулланырға кәңәш ителә.   

Юғары ҡан баҫымынан халыҡ рецебыЮғары ҡан баҫымынан халыҡ рецебы
Юғары ҡан баҫымынан халыҡ рецебы

Гипертониянан булған был халыҡ рецебы невроздан, аритмиянан да ярҙам итә. Шулай уҡ мейелә ҡан әйләнешен яҡшырта. Тартышыуға ҡаршы, ҡан тамырҙарында торғонлоҡ, тахикардия булғанда был дауаны ҡулланырға кәңәш ителә. 

Аптеканан түбәндәге төнәтмәләрҙе һатып алырға кәрәк була:

пион, бесәй үләне (валериана), арыҫлан ҡойроғо (пустырник) - 100-әр мл 4-әр шешә, эвкалипт (50 мл — 2 шешә), бөтнөк (25 мл - 1 шешә).

Бар төнәтмәләрҙе быяла шешәгә йә банкаға ҡооғоҙ. Шунда уҡ 10 ҡәнәфер орлоғон төшөрөгөҙ. Ҡапҡасын нығытып ябығыҙ ҙа ҡараңғы урында 2 аҙна тирәһе төнәтегеҙ. Болғатырға ярамай!

Әҙер төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 15-20 минут алда 1-әр десерт ҡалағы эсергә кәңәш ителә. Аҙаҡтан таҙа һыу эсеп ҡуйырға кәрәк була.

Бер ай дауамында ошолай дауаланғандан һуң 10 көн ял итеп алығыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас