Файҙалы кәңәштәр
1 Февраля 2022, 12:19

Сәс өсөн маска

#Һаҡмар_кәңәшитә Сәсте төрлөсә бөҙөрөләтеп, буяп киптереп бөтәбеҙ. Тап ошондай осраҡта ярап ҡала торған маска. Бының өсөн йомортҡа ла бал ғына кәрәк була. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәс өсөн маскаСәс өсөн маска
Сәс өсөн маска

Был масканы әҙерләү әллә ниндәй мәшәҡәт тыуҙырмай. Йомортҡа һарыһын 1 аш ҡалағы иретелгән бал менән бергә туҡыйбыҙ. Туҡыған саҡта масса ағарып, бер аҙ ҡуйырырға тейеш. Ошонда уҡ 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ йә йогурт, 1 балғалаҡ үҙегеҙ теләгән үҫемлек майын, бер нисә тамсы роза, сандал, ромашка эфир майын өҫтәргә лә мөмкин.

Йомортҡалы-баллы масканы ҡоро сәскә һылайҙар ҙа 20-25 минуттан һуң йыуып төшөрәләр. Тәьҫире көслөрәк булһын өсөн башты косынка йә ҡалын ялбыр (махровый) таҫтамал менән уратығыҙ. 

Сәсегеҙ -- ғорурлығығыҙ билдәһе булып торһон! Бәхетле булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина