Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
31 Ғинуар 2022, 17:08

Йоҡлап булмаймы?

#Төнгө_Һаҡмар Йоҡоһоҙлоҡтан урта бармаҡты ыуалап алыу ҙа етә. Ә бына тыныс йоҡларға теләһәң, сәтәкәй бармағыңа массаж эшлә.

Йоҡлап булмаймы?Йоҡлап булмаймы?
Йоҡлап булмаймы?

Биш бармағым бар, ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта...

Таныш һүҙҙәрме? Шул бармаҡтарға массаж эшләп, күп кенә ауырыуҙы дауалап була икән. 

Мәҫәлән, баш бармаҡ йөрәккә һәм үпкәгә яуап бирә икән. Йөрәк йыш типһә, ошо бармаҡты ыуалай-ыуалай йөрәк тибешен нормаға килтереп була икән. 

Һуҡ бармаҡ

Эсәк-ашҡаҙан эшмәкәрлегенә яуап бирә. Эс ауыртҡанда, ашҡаҙан эшләмәй торғанда һуҡ бармаҡты ыуалап, хәлде бер аҙ яҡшыртып була. 

Урта бармаҡ 

Ҡан әйләнеше өсөн яуап бирә. Күңел болғанғанда, баш әйләнгәндә, йоҡоһоҙлоҡтан урта бармаҡты ыуалап алыу ҙа етә.

 

Исемһеҙ бармаҡ

Был бармаҡ кәйефебеҙҙе контролдә тота. Меланхолия башландымы? Үҙеңә массаж менән ярҙам ит. 

 

Сәтәкәй бармаҡ

Күрһәтелгән нөктәне ыуалап ҡына йоҡоно яҡшыртып, стрессҡа ҡаршы тороп, йөрәк тибешен яҡшыртып, эмоциональ хәлде яҡшыртып була. Аңыңды юғалтып барһаң, ошо нөктәгә бер тембрҙа баҫҡыларға була. 

Хәйерле төн! Массаж һиңә ярҙамға килһен!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас