+10 °С
Облачно


Ингредиенттары:
500 гр ҡатлы ҡамыр
4 алма
1 йомортҡа
50 гр шәкәр
30 гр аҡ май
тәменә ҡарап дәрсен.
Алманы шаҡмаҡлап турайбыҙ. Табала майҙы иретәбеҙ. Өҫтөнә алманы һалып, шәкәр менән дәрсен өҫтәйбеҙ.
Алма йомшарғансы быҡтырабыҙ.
Һыуытҡыстан алдан һатып алынған ҡатлы ҡамырҙы сығарабыҙ. Бер аҙ йәйеп, дүрткел формаһында ҡырҡып сығабыҙ. Бер яғын ҡырҡып тишек яһайбыҙ. Икенсе яғына эслек һалып, өҫтөн һүрәттәгесә ҡаплайбыҙ. Сит яғын семтеп фйәбештерәбеҙ.
Ҡатламдарҙы табаға һалып, өҫтөнә йомортҡа һарыһын һөртәбеҙ.
220 градус эҫелектәге духовкала ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!